Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты социаль һәм демографик сәйәсәт мәсьәләләрен хәл итеүҙе, шул иҫәптән яңы балалар баҡсалары төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуя. Мәҫәлән, былтырғы йыл дауамында тотош Рәсәй буйынса балалар баҡсаларында 120 мең яңы урын барлыҡҡа килгән.
Әлеге ваҡытта Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә. Яңы социаль объект урында мәктәпкәсә йәштәге учреждениеға сират мәсьәләһен хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк. Подряд ойошмаһы директоры Рафаэль Шаһиморатов әйтеүенсә, әле төҙөүселәр бинаны тышҡы яҡтан көпләү эштәрен башлаған. Эштәрҙең ҙур өлөшө башҡарылған, социаль объект йыл аҙағына тулыһынса әҙер булыр, тип күҙаллана.
Республиканың Дәүләкән ҡалаһында былтырғы йыл аҙағында бер юлы ике балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Улар район үҙәгенең Көнбайыш һәм Мәскәү урамдарында урынлашҡан. Был ике мәғариф учреждениеһы ла “Демография” милли проектына ярашлы төҙөлгән.
- Беҙҙәге баҡсаларҙа балаларға уңайлы, йәмле, йылы булһын өсөн барыһы ла эшләнгән. Биналарҙа лифт эшләй, физкультура һәм музыка залдары, ҙур уйын бүлмәләре, саф һауала йөрөү өсөн майҙансыҡ бар. Һәр баҡсала төрлө йәштәгеләр өсөн алты төркөм булдырылған, - тип яҙҙы яңы балалар баҡсалары тураһында Дәүләкән районы башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов.
Фото: www.ok.ru/group/55582009655385