Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
4 Апрель 2021, 16:32

Учалыла китапхана яңыра

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл Учалы Үҙәк район китапханаһында ҙур эштәр көтөлә, сөнки ул беҙҙең республиканан “Мәҙәни мөхит” федераль проектында ҡатнашып, конкурс һайлап алыуын уңышлы үткән биш ауыл китапханаһының береһе булды. Был программа ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Китапхана федераль һәм төбәк бюджеттарынан 20 миллион һум аҡса аласаҡ. Был сумма капиталь ремонт яһауға, яңы йыһаздар алыуға һәм китапхана эшмәкәрлеген заманса алымдар менән үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтеләсәк. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Учалы Үҙәк район китапханаһы етәкселеге белдереүенсә, бөгөнгә эш өсөн кәрәкле техника, фото-, видео-, интерактив ҡорамалдар, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус ҡулайламалар, китапхана эшмәкәрлеген автоматлаштырыу өсөн кәрәк-яраҡ, шулай уҡ сенсор һәм балалар бүлмәләре өсөн йыһаз алыуға килешеүҙәр төҙөлгән.
Әлбиттә, урындағы халыҡ бындай яңылыҡҡа шат, сөнки улар район китапханаһына яҡшы ремонт һәм заманса эшмәкәрлек өсөн мөмкинлектәр күптән кәрәк булыуын яҡшы белә.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы белгестәре билдәләүенсә, “Мәҙәни мөхит” федераль проектында район китапханалары йылдың-йылы ҡатнашып килә. Быйыл Учалынан тыш, Күгәрсен, Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында ла китапханалар заманса төҫ аласаҡ.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас