Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
4 Апрель 2021, 16:30

Мауыҡтырғыс сәйәхәт

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡалтасы районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, 2019 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты нигеҙендә өс мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар белем биреү үҙәктәре асылды.
Был үҙәктәрҙең маҡсаты – уҡытыуҙың һәм тәрбиәнең өр-яңы алымдарын ғәмәлгә индереү өсөн шарттар тыуҙырыу, һанлы, тәбиғи-фәнни, техник һәм гуманитар дөйөм белем биреү программаларын, “Технология”, “Информатика” һәм “Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” кеүек фәндәрҙе уҡытыу алымдарын камиллаштырыуҙа һәм уларҙың йөкмәткеһен яңыртыуҙа ярҙам күрһәтеү.
Әйткәндәй, “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең майҙансыҡтары яҙғы каникул осоронда ла әүҙем файҙаланыла. Бында тиҙҙән мәктәпкә барасаҡ кескәйҙәр килә. Мәҫәлән, Красный Холм ауылындағы 3-сө “Әтәскәй” һәм 4-се “Йылмайыу” балалар баҡсаларының әҙерлек төркөмөнә йөрөгәндәр 1-се мәктәптә экскурсияла булды. Улар белем усағы, уҡыусыларҙың мәктәп һәм йәмәғәт тормошо менән танышты.
“Үҫеш нөктәһе”нән тыш, ҡунаҡтар кластарҙы ҡарап сыҡты. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы балаларға автоматтың төҙөлөшө, тәүге медицина ярҙамы тураһында һөйләне. Химия кабинетында уларға “фокус” күрһәттеләр, ә спорт залында тренажерҙа шөғөлләнделәр, уйнанылар. Балалар шулай уҡ директор кабинетын, тамаша залын, медицина бүлмәһен, китапхананы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/82365
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас