Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
3 Апрель 2021, 16:20

Яр буйы урамында хәрәкәт сикләнә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала Воровский урамы башланған ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе реконструкциялауға бәйле 3 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем Яр буйы урамының “Йәшлек” һауыҡтырыу комплексынан Сочи урамынан төшкән ергә тиклемге участкаһында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә.
Ҡала хеҙмәттәре өфөләрҙән һәм баш ҡала ҡунаҡтарынан хәлде аңлап ҡабул итеүҙе үтенә һәм урау юлдарҙы һайларға кәңәш итә.
Мәғлүм булыуынса, баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы аша күпер Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы һалына. Был эшкә 2019 йылдың июлендә тотондолар һәм муниципаль килешеү буйынса быйыл октябрҙә тамамларға тейештәр.
Әле 10 күпер тороғоноң алтауһы һалынған, уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 328 метр, ә тотош объекттың оҙонлоғо 688,8 метр тәшкил итәсәк. Алты мең тонналыҡ төп металл конструкцияларының 5600 тоннаһы тиерлек ҡоролған. Күперҙең сираттағы етенсе тороғон төҙөү өсөн ваҡытлыса терәү ҡуйылған.
Фото: ufacity.info/press/news/401151.html
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас