Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
1 Апрель 2021, 04:04

Яңы компьютерҙар килде

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 417 яңы компьютер алды.
-Дауаханабыҙҙағы һәм поликлиникалағы компьютерҙарҙы алмаштырырға планлаштырабыҙ. Яңы ҡорамалдар республика медицина мәғлүмәт системаһындағы талаптарға тулыһынса яуап бирә. Оҙаҡламай улар табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының эш урындарына ҡуйыласаҡ, - тине медицина учреждениеһының баш табибы Ринат Нагаев. - Компьютер паркын “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” федераль программаһына ярашлы яңыртырға мөмкин булды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең үлем күрһәткестәрен кәметеү, тәүге медицина хеҙмәтенән һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеген арттырыу бурысы ҡуйылды. “Берҙәм һанлы контур” киләһе йылдарҙа дәүләт һаулыҡ һаҡлау тармағына йүнәлеш бирәсәк һәм мәғлүмәтләштереүҙең трендтарын формалаштырасаҡ. Медицина ойошмалары араһында бәйләнеш көсәйтеләсәк, граждандарҙың электрон хеҙмәттәренән һәм сервистарынан файҙаланыуы өсөн уңайлы шарттар тыуасаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас