Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
1 Апрель 2021, 04:11

"Оазис" эш башланы

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Шаран районында көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса коворкинг-үҙәк асылды. Был башланғыс урындарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән муниципаль программаға ярашлы тормошҡа ашырылды. Бындай төбәк проекттары ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
Көнкүреш йорто “Оазис” тип атала, уның эшмәкәрлеге менән шәхси эшҡыуар Алена Третьякова етәкселек итә. Үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн ул финанс ярҙам алыуға өлгәшкән һәм әлеге аҡсаға халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса тейешле ҡорамалдар һатып алған.
Шаран районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, бында урындағы халыҡҡа кейем тегеү, маникюр, асҡыстар эшләү, аяҡ кейеме һәм телефондар ремонтлау кеүек хеҙмәттәр күрһәтеләсәк. Шулай уҡ баҫма продукция буйынса ла хеҙмәт төрҙәре тәҡдим ителә.
Үҙәктә төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштороласаҡ. Эшҡыуар бында эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар ҙа булдырған.
Фото: Шаран районы хакимиәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас