Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
31 Март 2021, 04:15
Ҡурсаҡ театрында оҫтахана асмаҡсылар
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Нефтекама ҡалаһы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, “Ҡурсаҡ театры ҡарамағындағы Театраль тегеү оҫтаханаһы” проекты быйыл Президент гранттары конкурсында ҡатнашыуға тәҡдим ителде. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһындағы Нефтекама ҡала ойошмаһы һәм Нефтекама ҡалаһының мәҙәниәт үҙәге тарафынан төҙөлгән.
Проект бик үҙенсәлекле, ул ҡалалағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эшләүгә йүнәлтелә. Уны тормошҡа ашырыу барышында ҡурсаҡ театры өсөн реабилитация труппаһын һәм ҡурсаҡтар, уларға декорациялар тегеү өсөн оҫтахана ойоштороу ҡарала.
Проект етәксеһе Илмира Әлетдинова әйтеүенсә, был эштең маҡсаты – инвалидтарҙың яңы компетенцияларын үҫтереү, инвалидтар булған ғаиләләрҙе практик уҡытыу аша дөйөм йәмғиәт тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеү.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/80585
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"