Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
30 Март 2021, 04:12
Архангелдәр яңы эшкә тотонмаҡсы
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Архангел районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә урында эсәр һыу ҡойоү цехы төҙөү башланғысы ҡаралған. Район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин белдереүенсә, әлеге проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә урында тағы бер етештереү предприятиеһы барлыҡҡа киләсәк.
Эштең беренсе этабында һыуҙы таҙартып, махсус машиналарҙа Өфөләге һәм күрше райондарҙағы һатыу нөктәләренә оҙатыу күҙаллана. Был этапта өс эш урыны булдырыласаҡ. Артабан районда таҙартылған һыуҙы шешәләргә тултырыу планлаштырыла. Һөҙөмтәлә тағы дүрт яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһе барышында был башланғыс хуплау тапҡан, етештереү цехына бина бүлеү йәһәтенән ярҙам күрһәтергә килешелгән.
Белеүебеҙсә, “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” райондарҙа һәр аҙнала билдәле бер көндә уҙғарыла. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында ғариза ҡалдырырға мөмкин:
https://investrb.ru/ru/investor/invest-chas/add.php
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән старт алған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһе урындарҙа бихисап яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға юлдар асты. Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
Фото: Архангел районы хакимиәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"