Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
29 Март 2021, 03:59

Тиҙҙән Баҡалы сәскәгә күмелер

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был төбәктә йәйгә әҙерлек йылдам бара. Баҡалы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре урамдағы, майҙандарҙағы ҡарҙы ситкә сығара, аҙна һайын өмәләр ойоштора.
Ә коммуналь хеҙмәткәрҙәр район үҙәген төҙөкләндереүгә әҙерләнә. Быйыл төп иғтибар үҙәк майҙанға йүнәлтеләсәк. Ул 2019 йылда “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы реконструкцияланғайны. Күләмле эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә башҡарылған.
Йәй етеү менән Баҡалы сәскәгә күмелә. Ҡайҙа ниндәйҙәрен ултыртыу планы алдан уҡ төҙөлә. Мәҫәлән, район хакимиәте алдындағы үҙәк майҙанға, “Башҡортостаным” арт-объекты эргәһенә рауза сәскәһен ултыртмаҡсылар. Былтырғы кеүек үк Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары рәүешендәге композициялар төҙөлә. Сәскә түтәлдәренең төп өлөшөн аҡ, зәңгәр, ҡыҙыл һәм йәшел төҫтәге петуния тәшкил итәсәк. Коммуналь хужалыҡтың төп сәскә үҫтереүсеһе Наталья Гаврикова әйтеүенсә, ике триколор түтәл өсөн генә ике меңгә яҡын сәскә үҫентеһе кәрәк. Район үҙәген бөтәһе 12 мең төп сәскә биҙәйәсәк.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/79570
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас