Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
29 Марта 2021, 03:55

Белоретта эшҡыуарҙар ниҙәр тәҡдим итте?

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған ошондай кәңәшмәлә ике инвестиция проекты ҡаралды.
Беренсе эшҡыуар ҡала үҙәгендә ял итеү өсөн майҙансыҡ менән бергә ғаилә кафеһы асырға ниәтләй. Был юҫыҡта тәжрибәһе бар – Учалы ҡалаһында тап шундай ял итеү урыны асып, уңышлы эш алып бара. Ул төҙөлөш өсөн ҡуртымға ер участкаһы алырға ярҙам итеүҙәрен һораны.
Икенсе проектты тәҡдим итеүсенең ололарға өҫтәмә белем биреү эшмәкәрлеге буйынса лицензияһы бар. Ул ҡалала ололарҙы һәм балаларҙы уҡытыу өсөн офис асмаҡсы. Быға тиклем эшҡыуар тоталь диктант, оҫталыҡ дәрестәре, эко-саралар кеүек социаль проекттар ойоштороп, байтаҡ тәжрибә туплаған. Ул ҡала үҙәгендә ҡуртымға муниципаль бина бүлеүҙәрен һораны.
Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ғаилә менән буш ваҡытты күңелле лә, файҙалы ла итеп уҙғарыуға, белем алыуға мөмкинлек бирәсәк проекттарҙы хупланы, яуаплы ведомстволарға эшҡыуарҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайты.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас