Ғафури урмансылығы биләмәһендә быйылғы миҙгелдә янғын хәүефен иҫкәртеүгә, утты һүндереүгә йүнәлтелгән эштәрҙе ойоштороу буйынса саралар планына ярашлы төбәк уҡыуҙары үтте.
Унда Башҡортостандағы Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенең Ишембай һәм Ғафури участкаларынан III типтағы урман янғыны станциялары шәхси составы ҡатнашты. Сараға янғынға ҡаршы ҡорамалдар һәм инвентарь менән йыһазландырылған өс берәмек техника йәлеп ителде. Уҡыуҙарға шулай уҡ Ғафури, Әлшәй, Архангел, Бәләбәй, Маҡар, Туймазы, Стәрлетамаҡ урман хужалыҡтары вәкилдәре, Ғафури районының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса көстәре, урман участкалары ҡуртымсылары саҡырылды.
"Янғын һүндереү көстәренең һәм сараларының юғары әҙерлеге күрһәтелде. Бар хеҙмәттәр ҙә ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алды. Уҡыуҙар урман фондында ут сыҡҡанда тиҙ арала сара күреүгә әҙерлек булғанын күрһәтте", – тине Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Баев.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Экология” милли проектына ярашлы бойомға ашырылған “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса республикала урман янғындарын һүндереү техникаһы күпләп алынды.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы.