Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
25 Март 2021, 04:11

“Милли проекттарҙың үтәлеше даими тикшереләсәк”

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға мониторинг һөҙөмтәләре, шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү өсөн инфраструктура булдырыу йәһәтенән башҡарылған системалы эш тураһында һөйләне.
Ул төбәк проекттарына бүленгән бюджет аҡсаһының касса үтәлеше, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән милли проекттарға ярашлы, объекттар төҙөлөшө буйынса юл карталарының тормошҡа ашырылыуы хаҡында хәбәр итте. Быйыл 45 төбәк проектына 26,2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала, шуның 18,1 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан.
– Республика Хөкүмәтенең Төбәк проект офисы бюджет аҡсаһын үҙләштереүҙе, муниципаль берәмек хакимиәттәре менән финанс килешеүҙәре төҙөүҙе, капиталь төҙөлөш объекттарының әҙерлек һәм йыһазландырыу дәрәжәһен, контракттарҙың үтәлешен даими күҙәтә, – тине Илшат Тажетдинов.
– Милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын беҙ квартал һайын Төбәк проект офисы кәңәшмәләрендә ентекле тикшерербеҙ, ә аҙна һайын үткәрелгән Хөкүмәт ултырыштарында эштә етди артта ҡалыуға юл ҡуйған министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәрен тыңларбыҙ, – тине Премьер-министр Андрей Назаров. – Берәүгә лә өҫтөнлөк бирелмәйәсәк. Был эште беҙ мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк башҡарарға тейешбеҙ.
Артабан беренсе вице-премьер Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында “Алға” махсус иҡтисади зонаһының эшен тәьмин итеү сараларының “юл картаһы”, киләсәккә бурыстар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Республика Хөкүмәте өҫтөнлөклө бурыстар хаҡында ла хәбәрҙар булды. Көн тәртибендә – “Алға” биләмәһен планлаштырыу проектын раҫлау, беренсе майҙансыҡ резиденттары – “Аркада” етештереү берекмәһенең, “ЗАСПОРТ” фабрикаһының, “ЗуР” йәмғиәтенең сәнәғәт һәм административ биналарын сафҡа индереү өсөн тәү сираттағы объекттарҙы проектлауға заказдарҙы урынлаштырыу.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас