Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
23 Март 2021, 04:09

Индустриаль паркта ҙур төҙөлөш дауам итә

#ВладимирПутин”#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” федераль проектының индустриаль парктар ойоштороу һәм үҫтереү саралары нигеҙендә төбәктәге ҙур “Өфө” индустриаль паркында майҙаны 20 мең квадрат метрлыҡ өр-яңы етештереү комплексы төҙөлөшө дауам итә.
Икенсе етештереү корпусында стеналар һалынған, ҡыйыҡ ябылған, зенит фонарҙары ҡуйылған, фасад йылытылып, быяла менән көпләнгән. Беренсе корпуста металл конструкциялар ҡоролған, электр системаһы үткәрелгән, сантехника эштәре башҡарылған. Әле винтаж быялалар ҡуйыла, панелдәр монтажлана. Корпустар артында канализация-насос станцияһы һалына. Эшкә байтаҡ техника йәлеп ителгән. Шулай уҡ контроль-үткәреү пункты һәм автономиялы ҡаҙанлыҡ төҙөлөшө тамамланған.
Индустриаль парктар сәнәғәт производстволарының “үҫеш нөктәләрен” булдырыуға булышлыҡ итә.
Фото: industry.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас