Йәнтөйәк
+14 °С
Ясно
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
8 Марта 2021, 11:57
Бармыштағы быуаға – яңы һулыш
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Тәтешле районында Бармыш йылғаһында булдырылған быуаны төҙөкләндерәләр. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы башҡарыла.
Проектта юлды, автомобилдәр туҡталҡаһын, шулай уҡ быуаның периметры буйынса тротуарҙы тәртипкә килтереү күҙаллана. Эште быйыл октябрҙә тамамлау планлаштырыла.
Бынан тыш, киләһе йыл “Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылындағы Бармыш йылғаһындағы быуының пляж зонаһын төҙөкләндереү” проекты тормошҡа ашырыла. Ул пляжды, катамарандар өсөн причалды, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, сауҙа киоскыларын, беседкаларҙы, фонтанды һәм янғын һүндереү машинаһы өсөн пирсты реконструкциялауҙы күҙ уңында тота.
Фото: house.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"