Йәнтөйәк
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
5 Марта 2021, 11:39
Байрам хөрмәтенә - флешмоб!
Өфөнөң ир-аттары аҫыл зат вәкилдәренә һөйөүен, ихтирамын күрһәтеү өсөн төрлө саралар уйлап таба, ижади һәләттәрен эшкә егә. Быйыл улар пляжда 8 Март байрамына ҡарата флешмоб үткәрергә йыйына. Сара иртәгә, 6 мартта, 19 сәғәт 30 минутта үткәрелә.
Ҡала мэрияһында әйтеүҙәренсә, автомобилистәр машина уттарын ҡабыҙып, йөрәк рәүешендә теҙеләсәк. Кешелектең иң аҫыл өлөшө булған ҡатын-ҡыҙҙарға хөрмәттәрен һәм ихтирамдарын бары ҡайнар, тынғыһыҙ йөрәк кенә күрһәтә ала, тип иҫәпләй көслө ир заттары.
Флешмобты ҡарарға килергә онотмағыҙ!
Фото:UfaTime.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас