Йәнтөйәк
+16 °С
Ясно
Антитеррор
Милли проекттар
5 Марта 2021, 06:16

Балалар бер сменала уҡыясаҡ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ағымдағы йылда Учалы районының алты мәғариф учреждениеһында – Комсомольск, Мулдаҡай, Озерный мәктәптәрендә, Ураҙ ауылының, ҡаланың 1-се лицейҙарында һәм ҡаланың 2-се мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәге белем биреү үҙәктәре асыласаҡ.
2-се мәктәптә милли проект ике йүнәлештә тормошҡа ашырыласаҡ. Былтыр башланғыс кластарҙы бер генә сменала уҡытыу маҡсатында өҫтәмә 75 урын булдырыуға заявка бирелә.
Бөгөн мәктәптең элекке оҫтаханаларында яңы уҡыу кабинеттарын йыһазландырыу өсөн проект-смета документтары әҙерләнә. Шулай уҡ урындағы бюджет иҫәбенә мәктәптең тышы ла ремонтланасаҡ.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас