Йәнтөйәк
+17 °С
Дождь
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
2 Марта 2021, 06:07
Кескәйҙәр өсөн бында бөтә шарттар тыуҙырылған
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына һәм “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү, ике айҙан өс йәшкә тиклемге балалар өсөн баҡсаларҙа урын булдырыу” төбәк проектына ярашлы, Салауат ҡалаһының Калинин урамындағы бинаға капиталь ремонт яһалды. Хәҙер унда 36-сы балалар баҡсаһының икенсе корпусы урынлашҡан. Ул ясле йәшендәге сабыйҙар өсөн тәғәйенләнә.
Ремонт барышында бинаның фасады, эсе төҙөкләндерелгән, коммуникациялар алмаштырылған, беренсе ҡатҡа йылытыла торған иҙән һалынған. Балалар баҡсаһы һаҡ, видеокүҙәтеү системаһы менән тәьмин ителгән.
Бинаның тирә-яғы ла тәртипкә килтерелгән, бәләкәй архитектур һындар, беседкалар ҡуйылған. Бында кескәйҙәрҙең үҫеше өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған, уйын кәрәк-яраҡтары һатып алынған. Аш-һыу бүлмәһендә йылы аш әҙерләү өсөн профессиональ ҡорамалдар ҡуйылған, кер йыуыу бүлмәһе лә бар.
Әле балалар, медицина тикшереүе үтеп, баҡсаға йөрөй башланы. Уларҙың иң бәләкәсенә бер йәш тә тулмаған.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"