Йәнтөйәк
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
28 Февраля 2021, 08:35

Яңауылда “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре арта

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин эш сәфәре менән Яңауыл районында булды.
Айбулат Вәкил улы иң тәүҙә сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән коррекцион уҡыу йортон ҡараны. Артабан ул Яңауыл ҡалаһындағы 4-се мәктәптә булды. Белем усағы эшмәкәрлеген ҡарап сыҡҡандан һуң министр уҡыу алдынғыһы булып танылған сығарылыш класс уҡыусылары менән осрашты. Айбулат Хажин әңгәмә барышында йәштәрҙе үҙебеҙҙең республиканың юғары уҡыу йорттарын һайларға саҡырҙы.
Министр шулай уҡ мәктәп директорҙары менән белем биреү сифаты, мәғариф учреждениелары биналарын техник йәһәттән кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итеү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләште. Әңгәмә барышында Айбулат Хажин быйыл Яңауыл районының тағы өс белем усағында – 1-се, 4-се һәм Ҡарман мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре барлыҡҡа киләсәге хаҡында әйтте. Киләсәктә улар һәр мәктәптә эшләйәсәк.
Билдәле булыуынса, был башланғыстарҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас