Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
27 Февраля 2021, 07:57
Кредит кәрәкһә, “Новикомбанк”ка бар
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Ростех” дәүләт корпорацияһының таяныс банкын тәшкил иткән “Новикомбанк” Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы партнерҙары иҫәбенә инде. Республикала ошондай банктар исемлеген киңәйтеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Килешеүгә банктың Өфөләге өҫтәмә офисы идарасыһы Александр Соколов һәм агентлыҡтың башҡарма директоры Рәмил Хисмәтуллин ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан эшҡыуарҙары республика гарантия фонды поручителен алып, банкка кредит һорап мөрәжәғәт итә ала. Үҙ эшен үҫтерергә теләгән йүнселдәрҙең кредит буйынса тейешле залог тәьминәте булмағанда бындай дәүләт ярҙамы ҙур әһәмиәткә эйә.
“Новикомбанк” кредитты мөмкин тиклем ябайлаштырылған алым менән бирә. Заемсынан айырым ғариза һәм өҫтәмә документ йыйыу талап ителмәй: бөтә мәсьәләләр банк һәм Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ агентлығы белгестәре тарафынан йылдам хәл ителә.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас