Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
20 Февраля 2021, 06:30

Комсомол урамында реконструкция дауам итә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөлә Комсомол урамының Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан алып Урман техникумы урамына тиклемге өлөшөндә күләмле реконструкция дауам итә. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла.
Реконструкция һөҙөмтәһендә Комсомол урамындағы юл дүрт һыҙатлынан алты һыҙатлыға әүерелә, шуға күрә ер аҫтынан үткән бөтә инженерлыҡ селтәрҙәрен өҫкә сығарырға тура килә. Был ғәмәлдәрҙең күпселеге былтыр тормошҡа ашырлды, апрель-майҙа эштең ҡалған өлөшөн тамамлау күҙаллана. Көндәр йылыныу менән подряд ойошмалары юлды төҙөкләндереүгә тотонасаҡ.
Әле объектта эш квартал буйынса юлды ябып башҡарыла. 15 мартҡа тиклем СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы юлдың бер һыҙаты (“Июнь” сауҙа-күңел асыу комплексына боролған ерҙә) ябылды.
Фото: ufacity.info
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас