Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында көтөп алынған ҙур ваҡиға булды: уларҙа өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы төҙөлгән.
Уны асыуҙа район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева һәм башҡа ҡунаҡтар, ауыл халҡы ҡатнашты.
- Йылды ҡыуаныслы ваҡиғалар менән башлайбыҙ. Күгиҙел ауылы халҡы өсөн бар уңайлыҡтары булған өр-яңы медицина учреждениеһы сафҡа инеүен ауыл халҡы күптән көтә ине. Ниһайәт, уларҙың хыялы тормошҡа ашты. Был бик кәрәкле социаль объект, сөнки Күгиҙел район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан, ауылда 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Яңы медицина пункты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың йөкләмәләрен үтәү сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырылды. Тиҙҙән ошондай уҡ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты Йәрмөхәмәт ауылында асыласаҡ. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһын төҙөү планлаштырыла. Былтыр Семеновский һәм Ишбирҙе ауылдарында - модулле, Ярат һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарында стационар фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ эшен башланы. Яңы асылған заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, барығыҙға ла уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем, - тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Ауылда күпселек оло йәштәгеләр ғүмер итә, яңы ФАП 400-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Ауыл фельдшеры Рәғиҙә Әбйәлилова һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 29 йыл хеҙмәт итә, шуның алты йылын күгиҙелдәрҙең сәләмәтлеге һағында тора.
Бар уңайлыҡтар тыуҙырылған өр-яңы бинала сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн бар шарттарҙың булыуына бигерәк тә ауыл фельдшеры ҡәнәғәт.
“Элек бинаны йылытыу өсөн мейескә ут яғып, һыу ташып эшләргә тура килә ине, хәҙер йылы, яҡты, матур. Дәртләнеп эшләйһе генә килеп тора. Ауылда күпселек оло йәштәгеләр булғас, саҡырыуҙар күп, уларҙың күбеһенең йорттарына барырға тура килә. Ауыл халҡы күберәк ҡан баҫымы күтәрелеүенә зарлана, ауырлы ҡатындарҙы иҫәпкә алабыҙ, кескәй балаларҙың сәләмәтлеген даими күҙәтеп торам, диспансеризация үткәреү планға ярашлы алып барыла”, - ти ул.
Ауыл халҡы тиҙ арала өр-яңы медицина учреждениеһы төҙөгән барлыҡ эшселәргә, район етәкселегенә оло рәхмәттәрен еткерҙе.
Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.