Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Февраль 2021, 11:04

Балаларға йылмайыу бүләк итәләр

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә “Сәләмәт йылмайыу” программаһы буйынса теш табибы бүлмәһе асылды. Был - районда икенсе стоматология кабинеты. Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров үткән йыл Хөкүмәт ултырыштарының береһендә ауыл мәктәптәрендә стоматология бүлмәһе булдырырға ҡушҡайны. "Мәғариф" һәм "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекттарына ярашлы асылған стоматология кабинеты йәш пациенттарҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Бында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған. Радий Хәбиров тәҡдим иткән "Юғарыға ос!" мәғариф проекты “Иркен һөйләш!”, “Интерактив башҡортса”, “Спорт менән дуҫ бул”, “Шахмат уйнарға өйрән!” һәм "Сәләмәт йылмайыу" модулдәренән тора.
Беренсе пациенттар - белем усағы уҡыусылары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған иркен һәм яҡты кабинетты, медицина хеҙмәткәрҙәренең йылы мөнәсәбәтен баһалай алды.
"Балаларға бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, бында бик яҡшы ҡорамал ҡуйылған һәм беҙ, әлбиттә, дауалауҙан тыш, иҫкәртеүгә лә ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ", — тиҙәр кабинет хеҙмәткәрҙәре.
Ҙурайғас та тештәрең ебәк епкә теҙелгән кеүек һоҡландырһын өсөн, уларҙы бәләкәйҙән үк хәстәрләргә кәрәк. Ә бының өсөн хәҙер республиканың мәғариф учреждениеларында мөмкинлектәргә юл асылыуы хуплауға лайыҡ.
Әйткәндәй, яҡын арала район мәктәптәрендә өсөнсө стоматология кабинетын асыу Темәс урта мәктәбендә асыу ҡаралған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ла тәү сиратта балаларҙың һаулығын хәстәрләүҙе маҡсат итеп ҡуя, сөнки илдең киләсәге сәләмәт быуынға бәйле.
Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас