Әбйәлил районының Салауат ауылында күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булды – мәктәп бинаһында капиталь ремонттан һуң балалар баҡсаһы асылды. Был көндө тәрбиәселәр ҙә, ата-әсәләр ҙә, бәләкәстәр ҙә ашҡынып көтөп алды. Матур һәм уңайлы балалар учреждениеһы 22 бәләкәй ҡыҙ һәм малайҙы ҡабул итте.
Балалар баҡсаһын тантаналы асыу сараһында район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, мәғариф бүлеге, төҙөлөш эштәрен алып барған ойошма вәкилдәре һәм, әлбиттә, ошо йәмле йорттоң буласаҡ хужалары – бәләкәстәр ҡатнашты.
“Анир” йәмғиәте директоры Юнир Таһиров билдәләүенсә, барлыҡ уй-ниәттәрҙе тулыһынса тормошҡа ашырыу мөмкин булған – баҡса яҡты, йылы, заманса килеп сыҡҡан. Ул үҙенең сығышында мәғариф усағы хеҙмәткәрҙәре, балалар һәм ата-әсәләр төҙөүселәрҙең тырышлығын лайыҡлы баһалар, башҡарылған эштәр менән ҡәнәғәт ҡалыр, тип белдерҙе. Төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе символик асҡысты тәрбиәсе Гүзәлиә Кәримоваға тапшырҙы.
Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр төҙөүселәргә ихлас рәхмәттәрен еткерҙе. Ысынлап та, бында бөтә уңайлыҡтар бар: иркен, яҡты уйын һәм йоҡо бүлмәләре, санузел, кейенеү-сисенеү урындары. Барлыҡ йыһаз өр-яңынан алынған. Балалар баҡсаһының белем биреү программаһында ҡаралғанса, мәктәпкәсә йәштәгеләрҙең интеллектуаль кимәлен үҫтереүгә, сәләмәтлектәрен нығытыуға, тәрбиәгә ҙур иғтибар биреләсәк, ти тәрбиәселәр.
Тантаналы сарала ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов: “Салауат ауылы халҡын балалар баҡсаһы асылыу менән ҡотлайым! Ошондай йәмле һәм заманса баҡсаға бәләкәстәр шатланып йөрөр тип ышанам”, - тип ихлас теләктәрен еткерҙе.
Ауылдарҙа яңы балалар баҡсалары төҙөү кеүек башланғыстар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты ҡуйған бурыстарҙың үтәлешенә яуап бирә.
Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.