Йәнтөйәк
-10 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Февраль 2021, 13:16

Бәләбәй дауаханаһында – заманса аппарат

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бәләбәй үҙәк район дауаханаһына 5,4 миллион һумлыҡ портатив ультратауыш аппараты тапшырылды.
Амбулатор онкологик ярҙам үҙәген йыһазландырыу өсөн тәғәйенләнгән заманса аппарат Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы һатып алынды.
Былтыр республикала дүрт Амбулатор онкологик ярҙам үҙәге асылған. 2019 – 2021 йылдарҙа бөтәһе 13 ошондай үҙәк ойоштороу ҡаралған. Бындай үҙәктәр консультатив, диагностика һәм дауалау ярҙамы күрһәтә, пациенттарҙы онкология диспансерҙарына маршрутлаштырыуҙы тормошҡа ашыра, химия терапияһы үткәреү, ошо рәүешле дауалауҙың һөҙөмтәлелеген баһалау, паллиатив медицина ярҙамын һәм реабилитацияны ойоштороу компетенцияһына эйә.
Яңы асылған үҙәктәр медицина ҡорамалдары менән Башҡортостан бюджеты иҫәбенә тәьмин ителә. 2019 – 2021 йылдарҙа был маҡсатҡа 367 миллион һум аҡса бүленә.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас