Йәнтөйәк
+8 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
11 Декабрь 2020, 06:25

Донъя оҫталарының концертын ҡарап буласаҡ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы белгестәре белемде камиллаштырыу курсында ҡатнашты.
Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә Ижади һәм идара итеү кадрҙарына өҙлөкһөҙ белем биреү һәм уларҙың белемен камиллаштырыу үҙәктәрендә тормошҡа ашырыла. Быйыл 11 ай эсендә ҡалалағы мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән 33 белгес ошондай уҡыуҙарҙа ҡатнашҡан.
Әйткәндәй, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, йыл аҙағына тиклем Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында һәм ҡала мәҙәниәт һарайында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе нигеҙендә асылған виртуаль концерт залын ҡарау нөктәләре асыла.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллин әйтеүенсә, был ҡала халҡын мәҙәниәткә, бөйөк башҡарыусылар, композиторҙар, рәссамдар, театр эшмәкәрҙәре ижадына йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: sterlitamakadm.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас