Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Ноябрь 2020, 21:53

Асҡындар планды үтәгән

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#сохранениелесов #ЗеленаяБашкирия

Башҡортостан Республикаһы урмансылыҡтарында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Урманды һаҡлау” федераль проекты буйынса ағас ултыртыу эштәре атҡарылды.
Асҡын урмансылығы хеҙмәткәрҙәре яһалма, тәбиғи һәм ҡатнаш урман тергеҙеү, урман питомнигын инвентаризациялау, шулай уҡ ағас тергеҙеүгә тәғәйенләнгән майҙандарҙа ағас менән ҡапланған ерҙәргә инвентаризация үткәргән.
– Быйыл план буйынса 621 гектар майҙанда ағас ултыртылырға тейеш булһа, 701 гектарҙа эштәр башҡарылды. Уның 268 гектары яһалма ағас ултыртыуға тура килә. Уның 85,3 проценты ерегеп үҫеп киткән. Урман культураларының хәлен яҡшыртыу маҡсатында, яҙ 127 гектар майҙанда өҫтәмә эштәр атҡарылған. Шулай уҡ беҙ урман фонды ерҙәрендә орлоҡсолоҡ объекттарын әүҙемләштереүҙе үткәрҙек. Һөҙөмтәлә һәр бер участокты, өҫтәмә ағастарҙы теркәнек. Өйрәнелгән һәр объектҡа акттар төҙөлдө. Урманды һаҡлау үҙәге белгестәре менән берлектә урман патологияһы тикшереүе уҙғарҙыҡ һәм санитар-һауыҡтырыу саралары тәғәйенләнгән, – ти “Урмансылыҡтар идаралығы” учреждениеһының Асҡын урмансылығы буйынса бүлек начальнигы Марсель Ғабдрахманов.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: