Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Ноябрь 2020, 11:10
Бушты бушҡа ауҙарып йөрөмәйҙәр
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән "май" указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә "Дортрансстрой" төҙөлөш компанияһы хеҙмәт етештереүсәнлеген 68 процентҡа күтәреүгә өлгәште. Был милли проекттың маҡсаты – 2018 йылдан 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл да биш процентҡа күтәрә барыу өсөн шарттар тыуҙырыу.
Өҫтәүенә "Дортрансстрой" һуңғы өс айҙа асфальт етештереү ваҡытын 30 процентҡа кәметте. Компетенциялар федераль үҙәге белгестәре менән предприятие хеҙмәткәрҙәре асфальт етештереү һәм уны федераль әһәмиәттәге юлдарҙа түшәү процесын ҡулайлаштырыу өҫтөндә эшләне. Тәү сиратта компания ҡорамалдарҙың эшһеҙ тороуынан, объекттарҙы сафҡа индереү ваҡытын кисектереүҙән ҡотолдо, шулай уҡ эштәге ҡатмарлыҡтарҙы кәметте.
– Хәл юл хеҙмәткәрҙәренең эш ваҡытын оҙайтыу йәки яңы сменаларҙы эшкә ҡушыу сәбәпле түгел, ә эш процесын дөрөҫ ойоштороу, автоном хеҙмәтләндереү арҡаһында асфальт-бетон заводының хәрәкәтһеҙ тороу ваҡытын ҡыҫҡартыу иҫәбенә яҡшы яҡҡа көйләнде, – ти Компетенциялар федераль үҙәге проекты етәксеһе Рөстәм Хәйретдинов.
Республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов та күрһәткестәрҙән ҡәнәғәт:
– Милли проектта ҡатнашыу һөҙөмтәһендә хәҙер асфальтты етештереүҙән уны түшәү урынына тиклем киткән ваҡыт 338 минуттан 234 минутҡаса кәмене. Артыҡ һаҡланған төҙөлөш материалдары 64 меңдән 42 мең тоннағаса аҙайҙы, ә бер эшсе етештергән асфальт күләме 70 тоннаға артты.
Фото: termoufa.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: