Эштәр былтыр йыл аҙағында башланғайны. Йомғаҡлау йыйылышында халыҡ дөйөм тауыш биреү һөҙөмтәһендә программала ҡатнашыу өсөн объектты билдәләне. Ауыл хакимиәте ярҙамы менән инициатив төркөм кәрәкле документтарҙы әҙерләне һәм ағымдағы йылдың мартында уларҙы конкурс комиссияһына ебәрҙе. Һайлап алыу турын үттеләр һәм кәрәкле балдар һанын йыйҙылар. Миллион һум аҡсаны ҡулға тиҙ генә алманылар әле. Программаға ярашлы, халыҡ та аҡсалата үҙ өлөшөн индерергә һәм 10 процент күләмендә бағыусылар ярҙамы ла булырға тейеш. Был яҡтан ҡаршылыҡтар булманы.
Халыҡтан йыйылған 100 мең һумды ауыл хакимиәте иҫәбенә күсерҙеләр. Шундай уҡ сумманы йыйыуҙа шәхси эшҡыуарҙар Лилиә Шәрипова, Елена Пекозина, Людмила Тоймурзина, Мраз Усубян крәҫтиән-фермер хужалығы, “Галина” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙам итте.
— Үҙәк, Хеҙмәт һәм Мәктәп урамдарында юлдар ремонтланды, — тип һөйләй ауыл биләмәһе башлығы Марина Маммаева. — Планировканан һуң юлдарға ҡом-ҡырсынташ ҡушымтаһы түшәлде һәм ваҡ таш менән нығытылды. Халыҡ яңы юлға һаҡсыл ҡарай, ямғырҙар ваҡытында машиналарын асфальт һалынған ерҙә ҡалдыралар.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” ауылдағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә булыша. Иҫке Петров ауылы халҡы ла артабан да үҙҙәренең уй-хыялдарын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Еңеүселәр иҫәбенә инеү мөмкинлеге лә арта — конкурс проекттарын һайлап алыу критерийҙарына проектта ҡатнашыусылар файҙаһына үҙгәрештәр индерелгән.
— Ауыл халҡы араһында алдағы йылда тәү сиратта беҙгә нимә эшләргә кәрәклеген асыҡлау маҡсатында анкета тултырта башланыҡ, — тип пландары менән бүлешә Марина Маммаева. — Башҡараһы эштәр бихисап, әлбиттә. Юлдарҙы, һыу үткәргес системаларын ремонтлауҙы ла дауам итергә кәрәк. Балалар тренажерлы спорт майҙансығы һорай. Оҙаҡламай йомғаҡлау йыйылышы үткәреп, кәрәкле объектты билдәләйәсәкбеҙ. Сираттағы тапҡыр әүҙемлегебеҙҙе күрһәтербеҙ һәм һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәҫ. Программала ҡатнашыу ауылды төҙөкләндерергә һәм тормош сифатын яҡшыртырға ҙур мөмкинлек бирә.