Ҡоро һауа торошо урман янғындарының һаны артыуына килтергән. Айырыуса Урал аръяғы райондарында хәл хәүефле. Аҙна башынан 132 гектар майҙанда 18 янғынды һүндергәндәр.
Баймаҡ, Ғафури, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла урман хужалыҡтарында сыҡҡан янғындарҙы һүндереүгә 242 кеше һәм 94 берәмек махсус техника йәлеп ителгән.
Бөгөн урмандарҙа дүртенсе класс янғын хәүефе һаҡлана.
Ҡар яуғанға тиклем көн һайын урмандарҙа патруль буласаҡ. Һауанан да, ерҙән дә тикшереүҙәр даими ойоштороласаҡ. Янғын хәүефһеҙлеген үтәмәгән осраҡта административ штраф һалынғанын иҫегеҙҙән сығармағыҙ. 2021 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, урманда "асыҡ янғын" категорияһына усаҡ ҡына түгел, ә мангал һәм башҡа ут сығанаҡтары ла инәсәк, - ти Башҡортостандың урман хужалығы министрының урынбаҫары Азат Әхтәмов. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы урман янғындары менән һөҙөмтәле көрәшеү өсөн заманса ҡорамалдар ала. Быйыл Башҡортостан ил Президентының май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк программаһына ярашлы, 20-нән ашыу яңы техника алған. Урманды янғындарҙан һаҡлау үҙәгенең махсус техника менән йыһазландырылыуы 91,7 процентҡа еткерелгән.