Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Октябрь 2020, 11:05

Ике процентлыҡ кредит алды!

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Биш йыл инде Белорет эшҡыуары Андрей Нужиндың "Ышаныслы түбә ябыусы" тигән предприятиеһы халыҡҡа хеҙмәт күрһәтә. Улар евроштакетник, түбә ябыу һәм фасад эшләү өсөн материалдар, тимер кассеталар етештерә.
Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә Андрей Нужинға электрон рәүештә хеҙмәт күрһәтелде – уға "Башҡортостан Республикаһының бәләкәй бизнес микрокредит компанияһы" Белорет моноҡалаһында етештереүҙе үҫтереү өсөн йыллыҡ 2,125 процент менән өс миллион һумлыҡ займ бүлде.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында аңлатыуҙарынса, "Башҡортостан Республикаһының бәләкәй бизнес микрокредит компанияһы" эшҡыуарлыҡ займдарын биреү буйынса ғаризалар ҡабул итеүҙә быйыл тулыһынса һанлы тәртипкә күскән.
Бының өсөн компанияның рәсми сайтында ғариза өлгөһөн тултырып, уны һәм тейешле документтарҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә генә кәрәк.
Фото gsicom.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: