Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Сентябрь 2020, 11:01

Һөҙөмтәлелек артһын өсөн

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контурын булдырыу” төбәк проектына ярашлы, Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерына ике HP ProBook G7 ноутбугы алынған.
Улар табиптар өсөн заман талаптарына яуап биргән портатив эш урыны булып тора, хеҙмәт барышын оптималләштереүгә булышлыҡ итә. Диспансерҙың филиалдары бихисап булғанды иҫәпкә алғанда, яңы ҡорамалдар мобиллекте арттыра.
Проект медицина ойошмаларының Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә хеҙмәттәшлек механизмын булдырыуға йүнәлтелгән. Был һанлы система үҙгәрештәре һаулыҡ һаҡлау тармағы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген төрлө кимәлдә арттырырыу һәм граждандар электрон хеҙмәттәрҙе, сервистарҙы ҡулланыу шарттарын киңәйтеү мөмкинлеген аса.
Ғөмүмән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: