Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Сентябрь 2020, 11:15

Юлдыбайҙа - ҙур шатлыҡ!

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Бындағы иҫке медицина пункты мәктәп бинаһында урынлашҡан һәм 1973 йылдан ғәмәлдә булған. Ул һаулыҡ һаҡлауҙың заман талаптарына яуап бирмәгән. Мәктәп ябылғас, үҙәкләштерелгән йылытыу һүндерелә, һыу һәм канализация ла булмай.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһынан 18 километр алыҫлыҡта урынлашҡан заманса яңы ФАП бер йыл эсендә төҙөлә, объекттың дөмөм хаҡы 2,9 миллион һум тәшкил итә. Бында фельдшер уңайлы шарттарҙа эшләй алһын һәм пациенттар өсөн бөтәһе лә булдырылған: өлкәндәрҙе ҡабул итеү һәм балалар өсөн айырым кабинеттар, процедуралар кабинеты, көтөү бүлмәһе, йылы санузел һәм инвентарь һаҡлау өсөн бина бар. Юлдыбай фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсел медик-санитар медицина ярҙамын 300 кеше ала аласаҡ, уларҙың 42-һе балалар.
Яңы ФАП ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ошо уҡ милли проектҡа ярашлы шул көндө Мораҡ үҙәк район дауаханаһына файҙаланыуға яңы рентген-диагностика комплексы тапшырылған.
Поликлиника бинаһында урынлашҡан рентген кабинетында тәүҙә капиталь ремонт яһалған. Үҙенең ваҡытын эшләп бөткән 2006 йылда сығарылған КРО-ОНО аппараты урынына яңы һанлы ТУ-9442-001-86112671-2009 “ДИАКОМ” рентген диагностика комплексы ҡуйылған.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: