Дүртөйлө районының Әсән ауылында йәшәүсе Рөстәм Төхбәтуллинды бөгөн аяғына ныҡлы баҫҡан, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡараған фермер тип әйтергә була. “Бөгөн ауыл ерендә лә яҡшы йәшәргә, һәйбәт аҡса эшләргә мөмкин, бының өсөн эштән ҡурҡмаҫҡа ғына кәрәк”, - ти ул.
Былтыр Төхбәтуллиндар ғаиләһе “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһына ярашлы 7,5 миллион һум күләмдә грант алыуға өлгәшкән. Әлеге ваҡытта был программа ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем булышлыҡ итә.
Грант алғанға ҡәҙәр Төхбәтуллиндар үҫемлекселек һәм һөтсөлөк тармағы менән ныҡлап шөғөлләнә. Ә инде былтыр ҙур суммалағы грантҡа эйә булғас, ит етештереүҙе лә яйға һалырға ҡарар иткәндәр. Әлегә улар грантты тулы күләмдә үҙләштереп бөтмәгән, әммә хужалыҡта алға китеш һиҙемләнә: өр-яңы “Беларус МТЗ-82.1” тракторы һатып алынған, тоҡомло мал һаны арттырылған. Әле хужалыҡта абердин-ангусс тоҡомло 35 һыйыр малы иҫәпләнә, яҡын арала тағы 65 шундай уҡ малҡай алырға иҫәп тоталар.
Грант Дүртөйлө фермерына хужалығын киңәйтеү менән бер рәттән ауылдаштары өсөн эш урындарын арттырыуға ла булышлыҡ иткән. Элек уның ер биләмәһе 230 гектар ғына тәшкил итһә, хәҙер уны 1600 гектарға еткергәндәр. Бығаса барлыҡ эштәргә өс-дүрт кеше йәлеп ителһә, хәҙер яҙғы-көҙгө осорҙа – 25, ҡышҡы мәлдә 15 кеше хужалыҡ эштәре менән мәшғүл.
Рөстәм Төхбәтуллин өлгәшелгәндәр менән туҡтап ҡалмау, киләсәктә үҫештең яңы кимәленә сығыу хаҡында ла уйлай.
Фото: durtuli.bashkortostan.ru