Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә бойомға ашырылған "Мәҙәниәт" милли проектының “Мәҙәниәт инфраструктураһы үҫешенең сифатлы яңы кимәлен тәьмин итеү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау һәм уның биләмәһен төҙөкләндереү эштәре бара.
Ағымдағы йылдың апрелендә аукцион еңеүсеһе «Алмаз и К» йәмғиәте менән 9213120 һумға килешеү төҙөлә. Бөгөн ремонт эштәре тамамланыу өҫтөндә.
Мәҙәниәт йортон ремонтлауға аукцион һөҙөмтәһендә сығымдар экономиялана, шул арҡала БР Мәҙәниәт министрлығы менән кәңәшләшкәндән һуң, клубтың ҡыйығын да яңыртырға хәл ителә. Конкурс шарттары буйынса еңеүсе тип табылған “Простор17” йәмғиәте менән 1984662 һумға өҫтәмә килешеү төҙөлә.
Икенсе Этҡол ауылында 939 кеше йәшәй. Этҡолдар - һәләтле, әүҙем халыҡ, төрлө мәҙәни саралар, конкурстарҙа ҡатнашып танылыу алған. Шуға күрә мәҙәниәт йортон ремонтлау көнүҙәк мәсьәлә була.
Учреждениела төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр эшләй. “Осҡон”, “Йәнгүҙәй”, “Ҡорҙаштар” ансамблдәренең, "Ҡолонсаҡ" балалар ижады студияһының сығыштары тамашасы һөйөүен яулаған.
Яңыртылған мәҙәниәт усаҡтарының асылыуын халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә.