Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Сентябрь 2020, 11:09

Яңауыл тағы ла таҙарып, матурланып ҡалды

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Кисә, 19 сентябрҙә, бөтә республика биләмәһендәге кеүек Яңауыл районы һәм ҡалаһында ла экологик өмәләр, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы гөрләп уҙҙы.
Иртәнге сәғәт туғыҙҙа уҡ йәшәгән еренең, тирә-яҡ мөхиттең таҙалығына битараф булмаған халыҡ, хеҙмәт коллективтары берҙәм эшкә тотондо. Был көнгә бығаса ултыртып та ерегеп китә алмаған ағастарҙы яңыртыу, сүп-сарҙы йыйыу, йылға буйҙарын, ҡала-ауылдарҙың эргә-тирәһен таҙалау бурысы ҡуйылған ине.
Шулай уҡ киләһе аҙнала – 26 сентябрҙә үтәсәк ағас ултыртыу өлмәһенә урындар әҙерләнгән. Ойоштороусылар был көндә 2 мең самаһы бейек ағастар һәм меңдән ашыу ҡыуаҡ ултыртырға иҫәп тота.
Дөйөм сарала 3600 тирәһе кеше, 158 ойошма һәм учреждение ҡатнашҡан. Көн дауамында барлығы ике тонна самаһы сүп-сар сығарылған, был эштәргә 78 берәмек техника йәлеп ителгән.
Таҙалыҡ көнөнә райондың барлыҡ ауыл биләмәләре лә ҡушылған. Уларҙа социаль әһәмиәткә эйә объекттарҙың эргә-тирәһе таҙартылған.
Экологик сарала мәктәп уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашҡан. Мәҫәлән, Р. Гәрәев исемендәге мәктәп коллективы белем усағының эргәһенән генә аҡҡан Яңауыл йылғаһының ярҙарын сүп-сарҙан таҙартҡан һәм Нахимов урамындағы балалар майҙансығын тәртипкә килтергән. 26 сентябрҙә уҡытыусылар һәм уҡыусылар мәктәп биләмәһенә ағастар ултыртырға планлаштыра.
Бөтә республикала киң ҡолас алған был изге башланғыстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты билдәләгән бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: