Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Сентябрь 2020, 16:20

Был уйындарҙа кемдәр ҡатнаша?

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

18-20 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙа Волга буйы федераль округының Өфөләге төбәк-ара корпоратив уйындары үткәрелә.
Пермь крайы, Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан спорт һөйөүселәре иң яҡшы корпоратив команда титулы өсөн көрәшәсәк. Әйткәндәй, был үҙенсәлекле сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә ойошторола.
Барлығы 1200 спорт һөйөүсе Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу һәм “Динамо” спорт комплекстарында ойошторолған ярыштарҙа ҡатнаша. Улар үҙен спорттың 19 төрөндә һынап ҡарай. Һөҙөмтәлә 774 миҙал үҙ хужаһын табасаҡ.
Баскетбол, еңел атлетика, кроссфит кеүек спорт төрҙәре буйынса ярыштар Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үткәрелһә, волейбол, мини-футбол уйындары “Динамо”ла ойошторола. Ә “Биатлон”да иһә пейнтбол буйынса турнир була.
Шуныһы үҙенсәлекле: төбәк-ара уйындарҙа “Хеҙемәт резервтары” һәм “Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте” хоккей командалары араһында гала-матчтың үткәрелеүе ҡаралған. Әйткәндәй, үрҙә әйтелгән барлыҡ сараларҙа ла коронавирус инфекцияһына ҡаршы хәүефһеҙлек саралары күҙәтеләсәк.
Быйыл “Хеҙмәт резервтары” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте Төбәк-ара корпоратив уйындар серияһын башлағайны. Беренсе ярыштар мартта Екатеринбургта үтте. Ошондай уйындар Рәсәйҙең барлыҡ федераль округтарында ла уҙғарыласаҡ. Еңеүселәр иһә Сочила ойоштороласаҡ Донъя корпоратив уйындарында ҡатнашасаҡ. Шулай итеп, спорт илебеҙҙең төрлө предприятиеларын берләштереүгә булышлыҡ итәсәк.
Фото: Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: