Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2020, 11:00

Тештәре тағы ла һауыраҡ булыр

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Республика райондарына сифатлы теш дауалау ҡорамалдары ҡайтарыла. Был юлы балтастар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Башҡортостан резерв фондынан Балтас районының үҙәк дауаханаһына ике ROCON стоматология ҡорамалы килгән. Уларҙың дөйөм хаҡы – 590 мең һум.
Яңы ҡорамал универсаль иҫәпләнә, уның максималь комплектацияһы мотлаҡ медицина страховкалауы программаһы сиктәрендәге бөтә төр ярҙамды ла күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Ҡорамалда сифатлы һеләгәй һурҙырыу, ҡеүәтле һурҙырғыс, көйләп була торған яҡтылыҡ, һыуытыу функцияһы бар, уға ҡул һәм аяҡ менән идара итеп була. Ә шлангтарҙы һәм торбаларҙы эске дезинфекциялау функцияһы бик еңел һәм заманса, ул санитария талаптарына яуап бирә һәм пациенттарҙың хеүефһеҙлеген гарантиялай.
Ҡорамалдарҙың береһе балалар стоматологияһы кабинетында ҡуйылған, хәҙер бәләкәй пациенттар ҙа ҡурҡыуһыҙ тештәрен дауалай аласаҡ. Яңы ҡорамалдар август башында ҡайтарылған, шул саҡтан алып 600-ҙан ашыу пациент хеҙмәтләндерелгән, табиптар көнөнә 20 кешене ҡабул итә.
Иҫке Балтас ауылының 1-се мәктәбендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән “Юғарыға ос!” белем биреү проекты сиктәрендә “Сәләмәт йылмайыу” модуле тормошҡа ашырыла. Уның барышында мәктәптең стоматология кабинетына капиталь ремонт яһалған, ул бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында хәҙер стоматология ултырғысы, йыһаздар, дезинфекция шкафтары бар. Эштәрҙең дөйөм хаҡы бер миллион 100 мең һум тәшкил иткән.
Стоматология кабинеты 2 мартта асылған, унда бөгөнгә тиклем 700-ҙән ашыу пациент ҡабул ителгән. Әлеге ваҡытта ул раҫланған график буйынса эшләй. Балаларҙы Балтас районы үҙәк дауаханаһының балалар теш табибы ҡабул итә.
Әйткәндәй, был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты маҡсаттарына яуап бирә.
Фото: Балтас районы хакимиәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: