Республика балалар клиник дауаханаһы Башҡортостандағы төп дауалау-иҫкәртеү учреждениеларының береһе һанала. Ул - кескәйҙәргә консультатив, амбулатор-поликлиника, махсус стационар һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса өсөнсө кимәлдәге дауахана.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Республика балалар клиник дауаханаһына донъя стандарттарының юғары талаптарына яуап биргән магнит-резонанс томографы ҡайтарылды. Был заманса ҡорамал тикшереүҙәрҙе ҙур теүәллек менән башҡарырға ярҙам итә. Баш һәм тән структураһындағы аҙ ғына үҙгәрештәрҙе лә тойған ҡорамал -нервы системаһы, онкология патологияһы һәм башҡа сирҙәрҙе дауалауҙа баһалап бөткөһөҙ ярҙамсы.
Ҡорамал юғары технологиялы, уны ҡороу һәм урынлаштырыу оҙайлы ваҡыт талап итә. Ошо йылдың октябрь аҙағында ул эш башларға тейеш.
Яңы ҡорамалды файҙаланыуға тапшырыу менән балаларҙы дауалауҙа киң мөмкинлектәр асыла. Трактография, спектроскопия ғәмәлдәрен башҡарыуҙан тыш, йөрәк, ҡорһаҡ ҡыуышлығы һәм кесе янбаш органдарын магнит-резонанс томографы ярҙамында тикшерергә була.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү ҡаралған. Төп маҡсаттарҙың береһе - балалар араһындағы бер мең кешегә тура килгән 5,5 үлем осрағын 4,5-кә тиклем кәметеү.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы