Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли һәм республикабыҙҙа булдырылған “Онкологик сирҙәр менән көрәш” төбәк проекттарына ярашлы, Республика клиник онкология диспансеры заманса микроскоптар алды.
Яңы камиллаштырылған яҡтылыҡ микроскоптары үҙҙәренең универсаллеге, етештереүсәнлеге, хәүефһеҙлеге менән айырыла. Был микроскоптарҙа өр-яңы объективтар ҡулланылған, улар һүрәттәрҙең аныҡ һәм сағыу булыуын тәьмин итә. Идара итеү тотҡалары табиптар өсөн бик уңайлы, тиҙ арыттырмай, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыра. Микроскоптар патологоанатомия бүлексәһендә киң ҡоласлы микроскопик тикшеренеүҙәр үткәрергә ярҙам итәсәк.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Рәсәйҙә алты милли проект буйынса аҡсаны тотоноу илле проценттан ашҡан. Был - бик яҡшы күрһәткес. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты был тәңгәлдә һаман да лидер булып ҡала. Ошо йүнәлештә бюджет ассигнованиеларына ҡарата тотоноуҙар 62,5 процент тәшкил иткән. Башҡа милли проекттар буйынса ла эш яҡшы бара.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.