Баймаҡ районының һигеҙ ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификат алып ҡыуанды.
Был юлы сертификаттар “Йорт комплекты” программаһы нигеҙендә льготалы займ”, “Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә ярҙам” һәм “Ветерандарҙы, инвалидтарҙы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” программаларына ярашлы тапшырылды.
Торлаҡ сертификаттарының дөйөм суммаһы 4 миллион һум тәшкил итте.
- Ил иҡтисады ҡатмарлы ваҡыт кисерһә лә, Хөкүмәтебеҙ халыҡ алдындағы социаль бурыстарҙы үтәүен дауам итә. Бөгөн һеҙ бушлай социаль түләүҙәргә эйә булдығыҙ. Һеҙҙең татыу һәм ныҡлы ғаиләләрегеҙҙә һәр ваҡыт сәләмәт һәм бәхетле балалар үҫеүен теләйем, - тип сығыш яһаны тантанала район хакимите башлығы урынбаҫары Ринат Рәхимғолов.
Белеүебеҙсә, ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында демография проблемаларын хәл итеү иң мөһим бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә. Ошоға ярашлы, “Демография” милли проекты сиктәрендә күп бала тәрбиәләүсе, социаль йәһәттән яҡлауға мохтаж ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.