“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһы ошо йүнәлештәге учреждениелар өсөн тәғәйенләнгән дүрт лифт алды. Уларҙың икәүһе - стационарға, тағы икәүһе 1-се поликлиникаға урынлаштырыласаҡ.
Иҫке лифттарҙы яңыларына алмаштырыу эше октябрь айында башлана. Заманса ҡорамалдарҙың төп өҫтөнлөктәре - улар тауышһыҙ эшләй, һелкенмәй һәм оҙаҡ хеҙмәт итеүгә ҡулайлаштырылған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, һәр кемдең тәүге медицина-санитар ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеү, бөтә граждандарҙы йылына бер тапҡырҙан да кәм булмаған профилактик күҙәтеүҙәр менән солғау мөһим бурыстарҙың береһе булып һанала.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Рәсәйҙә 1 сентябргә алты милли проект буйынса бүленгән аҡсаны маҡсатлы үҙләштереү 50 проценттан ашыу тәшкил иткән. Тәүге ярты йыллыҡтағы кеүек был юлы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты лидер булып ҡала. Был йүнәлештә бюджет ассигнованиеларына ҡарата сығымдар 62,5 процентҡа үтәлгән. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектынан ҡала “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Мәғариф”, ”Демография”, ”Мәҙәниәт” милли проекттары килә.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.