Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Сентябрь 2020, 11:15

Бер биҫтәлә өс яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проектына ярашлы балалар баҡсалары төҙөлә һәм төҙөкләндерелә. Был эштәрҙең барыһы ла ил Президенты В. Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Мәҫәлән, баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә өс балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған. Өфө ҡалаһы хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың тәрбиә һәм белем биреү учреждениеларына йөрөүен тәьмин итеү – тәү сиратта хәл ителә торған мәсьәлә.
Бөгөн Өфөлә генә бер юлы биш балалар баҡсаһы төҙөлә. Йәштәр күпләп йәшәгән Сипайлово биҫтәһендә иһә өс балалар баҡсаһы ҡалҡып сығасаҡ. Уларҙың тәүгеһе Юрий Гагарин урамы, 44/2-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Бындағы өс ҡатлы бина 190 урынға иҫәпләнгән. Балалар баҡсаһының дөйөм майҙаны - 5000 квадрат метр. Баҡсала һигеҙ төркөм буласаҡ: өсәүһе ясли йәшендәге балалар өсөн, бишәүһе мәктәпкәсә йәштәге балаларға иҫәпләнгән. Шулай уҡ тәрбиәләнеүселәргә төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү мөмкинлеге буласаҡ, музыка һәм физик тәрбиә залдары төҙөләсәк.
Был балалар баҡсаһында хатта ике лифт та ҡаралған. Йөк лифты аҙыҡ-түлек ташыу өсөн ҡуйыласаҡ, икенсеһе ярҙамында балалар ауырлыҡһыҙ тышҡа йөрөргә сыға аласаҡ. Подряд ойошмаһы етәксеһе Артур Мөхәррәмов белдереүенсә, ашхана беренсе ҡатта буласаҡ. Әҙер аш-һыуҙы ашнаҡсылар башҡа ҡаттарға лифт ярҙамында күтәрәсәк. Төҙөүселәр билдәләүенсә, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең уңайлығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн барлыҡ шарттар булдырыла. Бөтөн ергә күҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ, бинаға инеү өсөн ата-әсәләргә махсус магнит асҡыстары таратыласаҡ.
Әлеге мәлдә был бинала тышҡы һәм эске коммуникациялар үткәрелә, биҙәкләү эштәре башланған.
- Ихаталағы 1600 квадрат метрлыҡ майҙансыҡҡа хәүефһеҙ резина япма һалынасаҡ. Төрлө уйындар өсөн йыһаздар индерелә башланы. Балалар баҡсаһын йыл аҙағына тапшырырға планлаштырабыҙ, - ти Артур Мөхәррәмов.
Тағы ике балалар баҡсаһы Юрий Гагарин урамы, 74/4 һәм Яр буйы урамындағы 11-се һәм 15-се йорттар араһында төҙөлә. Тәүгеһендә эштәр тамамланыу өҫтөндә. 215 урынлыҡ балалар баҡсаһы тиҙҙән сафҡа инәсәк. Ошо көндәрҙә бында ағас ултыртыу буйынса күләмле акция үткән. Ирекмәндәр һәм экологтар 100 төп ағас ултыртҡан.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: