Ошо көндәрҙә Баймаҡ халҡы өсөн бик тә кәрәкле, файҙалы күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәк, йәғни автоклуб һатып алынды. Яңы килтерелгән автоклубтың презентацияһы ла булып үтте. Был – республикалағы дүртенсе автоклуб, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының рәсми порталы.
Баймаҡ – республиканың иң ҙур райондарының береһе. Бында 92 ауыл иҫәпләнә, шуларҙың 55-ендә клуб бар. Район үҙәгенән иң алыҫта ятҡан ауылдарға тиклем юл – 85 саҡырымдан ашыу. Шуға ла автоклуб - мәҙәни-ял учреждениелары булмаған ауылдарға барып концерт ҡуйыу, башҡа саралар ойоштороу өсөн бик ҡулай сара. Хәҙер был ауылдар халҡы ла район мәҙәниәт йортонда, башҡа урындарҙа эшләгән ижади коллективтарҙың сығыштарын ҡарау, рухи аҙыҡ алыу мөмкинлегә эйә буласаҡ. Яҡын көндәрҙә автоклуб тулы мәнфәғәттә ҡулланыла башлаясаҡ.
Бындай автоклубтар төбәктәрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һатып алына.
2020 йылда күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәктәр – автоклубтар Башҡортостандың тағы биш районында барлыҡҡа килер, тип көтөлә.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәтенән.