Учалы тегеү фабрикаһының 122 хеҙмәткәре “Демография” милли проекты сиктәрендә профессиональ белем алған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.
Был эште Мәшғүллек үҙәгенең уҡытыу үҙәге “Демография” милли проектының “Оло быуын” һәм “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклем балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар булдырыу” проекттарына ярашлы башҡарған.
Шулай итеп, предприятиеның 112 хеҙмәткәре профессиональ әҙерлек һәм квалификацияны күтәреү курстары үткән. Был эш өс йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырылған: “Тегеү ҡорамалдары операторы. Производствоны һанлаштырыу һәм остаз технологиялары", “Тегеү ҡорамалдары операторы. Мастер - остаз”, “Тегеү ҡорамалдары операторы. Производствоны һанлаштырыу ”. Уҡытыу эштәре көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә, электрон белем биреү технологияларын ҡулланып, эштән айырылмайынса тормошҡа ашырылған.
Өс ай дауамында белем алыусылар автомат тегеү машиналарын хеҙмәтләндереү йәһәтенән белемен һәм оҫталығын камиллаштырған, юғары етештереүсәнлек серҙәренә төшөнгән, менеджмент йүнәлештәрен өйрәнгән, финанс һәм һанлы технологиялар буйынса грамоталылығын арттырған.
Уҡыу программаһын үҙләштергәндә теоретик һәм ғәмәли производство күнекмәләренә ҙур иғтибар бүленгән, атап әйткәндә, айырым деталдәрҙе һәм технологик төйөндәрҙе эшкәртеү буйынса күнекмәләр ойошторолған.
Имтихандар белем алыусыларҙың юғары профессиональ кимәлен һәм оҫталығын күрһәткән. Белем биреү программаһын уңышлы үҙләштергәндәргә тантаналы рәүештә квалификациялы разрядын билдәләгән документтар тапшырылған.
Предприятие директоры Фәйрүзә Степаненко хеҙмәтсәндәр эстәгән белем производство ҡеүәтен тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрер, кешеләрҙең һөнәри йүнәлешен һәм үҫешкә ынтылышын арттырыр, тигән өмөттә булыуын белдерҙе.
Предприятие, ғөмүмән, был федераль сарала бик теләп һәм ҡыҙыҡһынып ҡатнашҡан. Директор әйтеүенсә, был мөмикнлек Учалы тегеү фабрикаһына баҙарҙағы көнәркәшлек шарттарында яңы етештереү кимәленә сығырға, хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәрен нығытырға, тауарҙы һатыуҙың яңы юлдарын табырға ярҙам итә.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru