Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2020, 11:07

Арыҫлан 450 мең һум отто!

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

11 – 13 сентябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында Бөтә Рәсәй йәштәр гражданлыҡ белем биреү форумы үтте. Уның программаһына ете йүнәлеш буйынса бәхәс майҙансыҡтары эше ингәйне. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр ойошторолдо, асыҡ һауала уйындар һәм концерт сығыштары булды. Был сара ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҙҙы.
Форумда Башҡортостандан Арыҫлан Ғәлин "Музыкаль рейволюция" проектын тормошҡа ашырыу өсөн 450 мең һумлыҡ грант отто. Уның эшенең төп идеяһы – республика йәштәренең электрон музыка яҙыу буйынса ижади ҡеүәһен үҫтереү һәм Рәсәй, халыҡ-ара кимәлгә сығыу.
Егеттең фекеренсә, әле илдә был хәрәкәтте үҫтереүҙә бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар бар. Шуға күрә һәүәҫкәр музыканттарға ярҙам итеү маҡсатында уларҙы профессионал музыканттар, продюсерҙар менән берләштергән саралар комплексы әҙерләргә кәрәк. Һөҙөмтәлә 14 – 30 йәшлек йәштәр араһында музыкаль композициялар яҙыуға конкурс ойошторорға була. Сара барышында ҡатнашыусылар остаздары менән танышыр, ай дауамында оҫталыҡ дәрестәре алыр, музыкаль әҫәрҙәр яҙыр, иң һуңынан улар менән тамашасылар алдында сығыш яһар тип күҙаллана.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: