Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2020, 11:04

Алты машина маршрутҡа сыға

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡтың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторына алты заманса сүп-сар ташығыс машина асҡысын тапшырҙы.
– Ҡалалағы коммуналь техниканы яңыртыу халыҡтың тормошо өсөн уңайлы шарттар булдырыу мәсьәләләрен хәл итеүҙә комплекслы алымдарҙың береһен тәшкил итә. Эш бик күп һәм уны этаплап башҡарасаҡбыҙ, – тине Өлфәт Мостафин тантанала.
Яңы техника асҡысын тапшырып, Урал Искәндәров, был машиналар төбәк операторына күрһәткән хеҙмәт сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк, тип билдәләне. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторының матбуғат секретары Андрей Яматин әйтеүенсә, тиҙҙән яңы алты автомобиль үҙ маршруттарына сығасаҡ, йәнә евроконтейнерҙарҙы санитар эшкәртеү өсөн өс машина һатып алыу күҙаллана.
Фото: ufacity.info
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: