Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында ҡатнашты.
Иҫке медицина пункты 1973 йылдан башлап мәктәп бинаһында “өйҙәшлек” итте. Уҡыу йорто ябылғас, үҙәк йылытыу системаһы эшмәкәрлеге туҡтатыла, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаһы юҡ.
Яңы ФАП Мораҡ үҙәк район дауаханаһынан 18 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Уны бер йыл эсендә төҙөгәндәр, объекттың дөйөм хаҡы - 2,9 миллион һум. Медицина учреждениеһының асылыуын Юлдыбайҙың 300 кешеһе менән бергә утыҙ йылдан ашыу фельдшер булып эшләгән Гөлшат Алламоратова түҙемһеҙлек менән көттө. Хәҙер ауыл халҡы уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы аласаҡ.
Күгәрсендәрҙең тағы бер шатлығы бар: ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланған ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса, Мораҡ үҙәк район дауаханаһында рентген-диагностика комплексы файҙаланыуға тапшырылды. Поликлиниканың рентгенология кабинеты капиталь ремонттан һуң яңырып ҡалған. Файҙаланыу срогы сыҡҡан иҫке рентген аппаратын заманса һанлы “Диаком” рентген диагностика комплексы алмаштырған.
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем күрһәткесен 1,7 тапҡырға кәметеү, тәүге медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү кимәлен яҡшыртыу, унан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу бурысы ҡуйылған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.