Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь 2020, 11:16

Проект Белорет өсөн үтә мөһим - ярҙам күрһәтеләсәк

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президентының май указдары менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә Белоретта хакимиәт башлығы Андрей Иванюта етәкселегендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә биләмәлә күп функциялы юл буйы сервисы төҙөү буйынса инвестиция проекты ҡаралды.
Юл буйы сервисын үҫтереү, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу, транзит транспорт ағымын киңәйтеү, тармаҡтан урындағы ҡаҙнаға һалымды арттырыу, районға туристарҙы йәлеп итеү, оҙон юлға йөрөгән водителдәр һәм пассажирҙар өсөн шарттарҙы уңайлаштырыу, урында йәшәгәндәрҙе эш менән тәьмин итеү – инвестор проекттың төп маҡсаты ошолар тип билдәләй.
Хеҙмәтләндереү комплексы хаҡтарҙың юғары булмауы арҡаһында социаль әһәмиәткә лә эйә буласаҡ тип күҙаллана.
Хакимиәт башлығы Андрей Иванюта район өсөн мөһим проектты тормошҡа ашырыуға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙасаҡтары хаҡында белдерҙе.
Фото Белорет районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: