Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Сентябрь 2020, 00:25
Күптән көтөлгән шатлыҡ
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Асҡын районының Ҡышлауйылға ауылында кисә күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булған: унда яңы мәктәп асылған.
Яңы мәғариф учреждениеһы бинаһы 2018 йылда төҙөлә башлаған, 120 балаға иҫәпләнгән.
2020-2021 уҡыу йылында унда 86 бала белем ала, киләсәктә иһә уҡыусылар һаны артасаҡ тигән өмөт бар. Мәктәп ҡарамағында ҡырҡ урынлыҡ балалар баҡсаһы эшләйәсәк.
Ҡышлауйылға мәктәбенең элекке бинаһы 1977 йылда төҙөлгән булған. Биш ауыл балалары йөрөп уҡыған белем усағы, әлбиттә, заман талаптарына яуап бирмәгән, күптән иҫкергән. Хәҙер иһә балалар йылы, яҡты, уңайлы мәктәптә белем аласаҡ.
Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Мәғариф" милли проектына буйынса, республикабыҙҙың белем биреү тармағы һуңғы йылдарҙа ыңғай үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла, һөҙөмтәлә төбәк йәштәренә һәр яҡлап үҫеш өсөн ҙур этәргес бирелә, үҙ сиратында төпкөл ауылдарҙың да яҙмышына ыңғай йоғонто яһала.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: