Мәсетле районы Кесе Ыҡтамаҡ ауылының балалар баҡсаһында 13 урынға иҫәпләнгән ясли төркөмө асылды.
Был изге башланғыс, йәғни капиталь ремонт һәм ясли төркөмөн асыу Башҡортостанда “Демография” милли проектына ярашлы булдырылған “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” проектына ярашлы тормошҡа ашырылды. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ғәмәлгә ашырылған милли проекттар төбәктәргә ошоноң ише бихисап үҙаллы проекттар булдырыуға булышлыҡ итә.
Бөгөн ясли төркөмөн танырлыҡ та түгел: бында яңы спорт ҡорамалдары, йомшаҡ мебель, кухня йыһаздары, шулай уҡ уңайлы карауаттар, шкафтар, өҫтәл һәм ултырғыстар алынған. Һәр нәмә бәләкәстәр өсөн хәүефһеҙ, уңайлы булһын тигән маҡсатта эшләнгән, мәҫәлән, карауаттар балаларҙың йәш үҙенсәлеген иҫәптә тотоп һатып алынған. Төркөмдөң биҙәлеше лә күҙ яуын алырлыҡ матур.
Баҡса биләмәһендә уйнау өсөн уңайлы веранда урынлаштырылған, ҡоймалар рәтләнгән, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансығы төҙөкләндерелгән.
Ауыл хакимиәте башлығы Степан Гуштюк белдереүенсә, ауылда йәшәгән йәш әсәләр өсөн ясли төркөмөнә ихтыяж булған, сөнки араларында, балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, эшләп йөрөүселәр ҙә бар. Ауыл ерендә бала ҡараусы табыу – бик ауыр мәсьәлә, һәр кемдең өләсәй-олатайы ла янда йәшәмәй. Шуға күрә балалар баҡсаһында ошондай төркөм асырға ҡарар иткәндәр.
Ауыл халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин да тәбрикләне. “Яңы төркөмдө асыу Кесе Ыҡтамаҡ халҡы өсөн ҙур бүләк булды. Йылы, яҡты һәм уңайлы бүлмәләр бәләкәйҙәр өсөн икенсе өйгә әйләнер тип ышанам. Өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә белем учреждениеһында урындар менән тәьмин итеү районыбыҙҙа тыуымдың артыуына, милли демографик хәлдең яҡшырыуына булышлыҡ итер тип өмөтләнәм”, - тине хакимиәт башлығы.
Фото: Мәсетле районы хакимиәте.